Юғалған Артем Мазов аҡсалы ир булған.
5 һәм 8 йәшлек улдары менән өйҙән сығып киткән Артем Мазовтың юғалыуына ике ай була. Уларҙы эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Полиция юғалған ғаиләнең ҡайҙалығын әйтеүселәргә 500 мең һум аҡса вәғәҙә итте.
Артемды үлтергәндәрме , әллә ул балаларын алып сығып китеп, айырылырға теләгән ҡатынынан шулай үс алырға булғанмы? Һорауҙар күп.
Ирҙең банк иҫәбендә 3 млн аҡса ятыуы билдәле . Ул туйға ата- әсәһе бүләк иткән фатирын һатҡан һәм үҙенең эш хаҡының яртыһын банкка процентҡа һалып барып, шул тиклем аҡса йыйған .
Тимәк, Мазовтың ситкә сығып китергә лә тулы мөмкинлеге булған.
"Йәшлек" гәзитенән алынды.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина