Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 11:50

“Үҫеш нөктәһе” үҙәге етәкселәре тәжрибә уртаҡлашты

1-се Малаяҙ һәм Янғантау урта мәктәбе директорҙары Эдуард МӨСӘЛЛӘМОВ һәм Фирғәт ҒИМРАНОВ Мәскәү өлкәһенә мәғариф форумына барып ҡайтты. Красногорск ҡалаһында үткән I Бөтә Рәсәй форумы “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектының “Үҫеш нөктәһе” үҙәген ойоштороуға арналды.

– Беҙ был ҙур сараға “Үҫеш нөктәһе” үҙәге етәксеһе булараҡ барҙыҡ. Башҡортостандан форумда 133 делегат ҡатнашты. Бөтә Рәсәйҙән ике меңләп кеше булдыҡ, – тине Янғантау урта мәктәбе директоры Фирғәт Факил улы. – Беҙҙе Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева сәләмләне. Беренсе көндө “Мәғариф” милли проектының маҡсаты, һанлы технологияларҙың һөҙөмтәлелеге, “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең эшмәкәрлеге тураһында сығыштар булды. Икенсе көнөнә илдең төрлө төбәктәренән “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре етәкселәре үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектына ярашлы, Башҡортостанда 133 “Үҫеш нөктәһе” асылған. Салауат районында гуманитар һәм һанлы йүнәлешле ошондай үҙәктәр 1-се Малаяҙ һәм Янғантау урта мәктәптәрендә булдырылды. Был белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға кластан тыш информатика, технология, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм шахмат менән шөғөлләнеү өсөн заманса шарттар тыуҙырылды: 3D принтер, виртуаль шлем кеүек яңы технологиялы ҡорамалдар алынды, кабинеттар берҙәм стилдә йыһазландырылды. Киләсәктә районда “Үҫеш нөктәһе” үҙәге профилле мәктәптәрҙең һанын арттырыу күҙаллана.
Читайте нас: