Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә суд приставтары Күп функциялы үҙәктәрҙә, Федераль Һалым хеҙмәттәрендә, тимер юлы вокзалдарында һәм аэропорт бинаһында граждандарға консультация күрһәтәсәк.
5 ноябрҙән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә “Ваҡытында түләнгән һалым – тыныслыҡ билдәһе” акцияһы башланды. Сараның маҡсаты – республика халҡын һалымдарын ваҡытында түләү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү, шулай уҡ булған бурыстарын мәжбүри түләттереү.
– Кампания сиктәрендә суд приставтары һалым һәм йыйымдарҙы ҡайтарыуға төп иғтибарҙы йүнәлтә. Шуның менән бәйле һалым буйынса бурыстары булған граждандарҙың йорттарына рейдҡа сығып, уларҙың милке тикшереләсәк һәм һуңынан арест һалынасаҡ. Шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә суд приставтары теркәлгән һәм фактик урынлашҡан урындары буйынса сыға. Шулай уҡ мөлкәте тикшерелә һәм аҡсалата саралары бюджетҡа түләттерелә. Әгәр бурыслыны билдәле адрестар буйынса тапмаған осраҡта, физик кешене, ойошма етәкселәрен эҙләүгә эш асыла, – тип аңлатты Салауат районы буйынса бүлек начальнигы, өлкән суд приставы Миләүшә Зәрәфетдинова.
20 ноябрҙә суд приставтары һалымға бурыстар буйынса граждандарға консультация ярҙамы күрһәтеү маҡсатында урындарға сығып ҡабул итеүҙәр ойоштороуҙы планлаштыра. Һәр теләгән кешенең, суд приставы хеҙмәткәрҙәренә килеп, кәрәкле кәңәш алыу мөмкинлеге бар, шулай уҡ түләү өсөн квитанция ла бирәләр.
Салауат районы суд приставтары Күп функциялы үҙәк бинаһында 13.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә: Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 69-сы йорт.
Гөлшат Шәмсетдинова.