Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 11:00

“ХӘҮЕФҺЕҘ ҺӘМ СИФАТЛЫ АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ” МИЛЛИ ПРОЕКТЫ: ПЛАН 80 ПРОЦЕНТҠА ҮТӘЛГӘН

Быйыл Баш Ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомомобиль юлдары” милли проекты буйынса дөйөм суммаһы 2,2 миллиард һумға торошло 38 объектта эшләү күҙалланған. Төҙөлөш миҙгелендә 47 километр оҙонлоғонда 28 объектта ремонт яһалған.

Киләһе йылға башҡарыласаҡ юл төҙөлөшө, ремонтына әҙерлек башланған

Өфө хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы начальнигы Радмил Мөслимов белдереүенсә, барлыҡ тейешле эштәрҙе планға ярашлы башҡарасаҡтар, графиктан тайпылыу йә артта ҡалыу булмаясаҡ.

Быйыл Баш Ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомомобиль юлдары” милли проекты буйынса дөйөм суммаһы 2,2 миллиард һумға торошло 38 объектта эшләү күҙалланған. Төҙөлөш миҙгелендә 47 километр оҙонлоғонда 28 объектта ремонт яһалған.

Шулай уҡ ҙур проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Воровский урамынан Ағиҙел күперенә сығыусы юл, күпер үҙе. 688,8 метр оҙонлоғондағы күперҙе 2021 йылдың декабренә тапшырмаҡсылар.

Әле киләһе йылға башҡарыласаҡ юл төҙөлөшө, ремонтына әҙерлек башланған. Яҙ етеү менән ремонтланасаҡ урамдар исемлеге төҙөлгән. Капиталь ремонт та күҙаллана. Ибраһимов бульвары (2020-2021), Һәҙиә Дәүләтшина (2020-2021), Мостай Кәрим (2019-2020), Шәфиев, Парк (2020-2021), Галле ҡалаһы исемендәге урамдар (2020-2021) яңыртыласаҡ.

Ҡыҫҡаһы, күҙаллаған эштәр исемлеге ярайһы оҙон. Ҡайҙа ниндәй эш алып барылғанын халыҡ үҙе күрәсәк.