Рәсәйҙә студенттар өсөн гранттар күбәйҙе. Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин һәләтлеләргә дәүләттән өҫтәмә ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы дүшәмбе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Указға ярашлы, 2020 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы президенты гранттары һаны 6,5 меңгә тиклем арттырыла. Шуларҙан 5 мең грант — урта звено, бакалавриат һәм специалитет белгестәрен әҙерләү программалары, 1,5 мең грант магистратура программалары буйынса уҡығандарға бирелә.
2020/2021 уҡыу йылынан билдәле эшмәкәрлек өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр һәм һөнәри белем биреү ойошмаларына, юғары уҡыу йорттарына йәки ғилми ойошмаларға уҡырға ингәндәр президент гранттарын алыу хоҡуғына эйә. Гранттарҙың күләме — 20 мең һум.