Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2019, 13:00

Халыҡ иҫәбен алыу ни өсөн кәрәк?

2020 йылда үткәрелгән ҙур сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу илебеҙҙең һәр бер кешеһенә ҡағыласаҡ. Уға әҙерлек 2018 йылда уҡ башланғайны. 2019 йылдың 1 октябренән халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше йәйелдерелде. Беҙҙең районда ла уға әҙерлек башланды. Ошо хаҡта Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса райондағы вәкил Эльвира Әминова менән әңгәмәләштек.

2020 йылда үткәрелгән ҙур сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу илебеҙҙең һәр бер кешеһенә ҡағыласаҡ. Уға әҙерлек 2018 йылда уҡ башланғайны. 2019 йылдың 1 октябренән халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше йәйелдерелде. Беҙҙең районда ла уға әҙерлек башланды. Ошо хаҡта Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса райондағы вәкил Эльвира Әминова менән әңгәмәләштек.
– Эльвира Таһир ҡыҙы, гәзит уҡыусыларҙы халыҡ иҫәбен алыу буйынса әҙерлек барышы менән таныштырып үтһәгеҙсе?
– 2020 йылда 1 октябрҙән алып 31 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Рәсәй Федерацияһының һәр субъекты биләмәһендә йәшәүсе халыҡ тураһында тулы һәм актуаль мәғлүмәт йыйыуға әҙерлек бара. Быйыл тәүге бурыс булып төбәк һәм район кимәлендә адрес исемлектәрен һәм картографик материалдар төҙөү тора. Был маҡсаттан 2019 йылдың 1 апреленән халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса вәкилдәр эш башланы. Улар һәр муниципаль берәмектә эшләй.
– Кемдәр исемлектәр төҙөү менән шөғөлләнә һуң?
– Августан район биләмәһендә 16 теркәүсе эшләй. Ай дауамында улар 10761 объектты йөрөп сығып, йәшәлгән һәм йәшәлмәгән торлаҡ йорттарҙы, өй номерҙарын һәм аншлагтарҙы тикшерҙе, йорттарҙа факт буйынса кемдәр йәшәгәнлектәренән сығып исемлек төҙөнө. Һөҙөмтәлә ысынбарлыҡ сағылды.
– Ниндәй етешһеҙлектәр асыҡланды?
– Етешһеҙлектәр етерлек. Мәҫәлән, һәр йортта адреслы билдәләр (өйҙөң һаны, урамдың исеме) булырға тейеш. Был билдәләрҙе урындағы власть бирергә бурыслы. Урам атамалары һәм өй һандары халыҡ өсөн дә, башҡа структураларға ла бик мөһим. Мәҫәлән, почта таратыуҙа йәки полиция, “тиҙ ярҙам”, янғын, газ хеҙмәте өсөн адресты табыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуа. Теркәүселәрҙең йыйған материалдары тикшереләсәк, һуңынан улар ойоштороу планына инәсәк. Был эшкә декабрҙә тотонасаҡбыҙ. Тикшерелгән мәғлүмәттән сығып, күпме переписчик йәки халыҡ иҫәбен алыусы кәрәк буласағы ла билдәле буласаҡ.
– Киләһе халыҡ иҫәбен алыуҙа ниндәй төп яңылыҡ беҙҙе көтә?
– Һәр кешегә киләһе йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенсәлектәрен белеү мөһим. Әйтәйек, 2020 йылда, әлегәсә ҡулланылған ғәҙәти ысулдарҙан тыш, халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр интернет ярҙамында ойоштороласаҡ, һәр теләгән кеше һорауҙарға яуапты “Дәүләт хеҙмәте” (gosuslugi.ru) порталында тултыра аласаҡ. Бынан тыш, халыҡтан мәғлүмәт йыйыуҙа электрон перепись биттәре менән планшеттар ҡулланыласаҡ.
Халыҡ иҫәбен алыу – үҙенә күрә билдәле бер мәлдә бөтә илде моменталь фотоға төшөрөү. Алынған мәғлүмәттәр милли проекттар, социаль программалар нигеҙенә ятасаҡ, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ниндәй саралар кәрәклеге тураһында аныҡ беләсәкбеҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн, рәхмәт!
Гөлшат Шәмсетдинова әңгәмәләште.
Читайте нас: