Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2019, 11:25

ТӨБӘКТӘРГӘ АЛДАҒЫ ӨС ЙЫЛДА 50 ЙӘШТӘН ҮТКӘНДӘРҘЕ УҠЫТЫУ ӨСӨН 10 МЛРД -ТАН АШЫУ ҺУМ АҠСА ЙҮНӘЛТЕЛӘ

"Демография" милли проекты буйынса төбәктәр өс йыл дауамында 50 йәштән уҙғандарҙы уҡытыу өсөн 10,2 млрд һум аҡса аласаҡ. Был турала Дәүләт думаһы икенсе уҡыуҙа ҡабул иткән 2020 йылға федераль һәм 2021-2022 йылдарға планлаштырылған бюджетҡа индерелгән ҡушымтала бәйән ителә.

Документҡа ярашлы, 50 йәштән үткәндәргә өҫтәмә белем биреү өсөн 2020-2022 йылдарҙа һәр йыл һайын 3,4 млрд рум аҡса күсереләсәк. Улар араһында иң ҙур субсидия алыусы булараҡ Краснодар крайы (йылына 153,4 млн һум), Мәскәү өлкәһе (йылына 132,2 млн һум) һәм Башҡортостан (йылына 122,2 млн һум) айырылып тора. Ә бына Ненец автоном округы (йылана 270,1 мең. һум), Чукотка (йылына 616,3 мең. һум) һәм Ямал-Ненец (йылына 922,1 мең. һум) иң бәләкәй күләмдә субсидиялана.

"Известия" хәбәр итеүенсә, субсидия күләме 50 йәштән үткән халыҡ һанына ҡарап бүленә.

Милли проект буйынса алты йыл эсендә 450 мең кешене (йылына 75 мең кеше) уҡытыу ҡаралған.

Читайте нас: