Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 11:55

ТӨПКӨЛ АУЫЛДАРҒА ИНТЕРНЕТ КИЛӘ

Республикала “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль программаһы ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла юғары тиҙлекле интернет индерелә.

Республикала “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль программаһы ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла юғары тиҙлекле интернет индерелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә үткәрелгән аукцион һөҙөмтәләре буйынса, проекттың операторы итеп “Башинформсвязь” йәмғиәте танылды.
Контракт шарттарына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектты юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырырға тейеш, был – дөйөм бурыстың 26 проценты. 2021 йылдың аҙағына тиклем 2774 социаль объект интернетҡа тоташтырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: “Һанлы мөхитте норматив көйләү”, “Мәғлүмәт инфраструктураһы”, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар”, “Мәғлүмәти хәүефһеҙлек”, “Һанлы технологиялар”, “Һанлы дәүләт идаралығы”.