Милли проектты ғәмәлгә ашырыуға баш ҡаланың ун предприятиеһы ҡушылды. Меңгә яҡын кеше эшсе цифрлаштырыу буйынса уҡый, квалификацияһын күтәрә.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында эш эҙләүҙә ауырлыҡтар кисергән кешеләргә лә ярҙам итеү ҡаралған.
Баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Рәзинә Насирова белдереүенсә, эш табыуҙа булышлыҡ итеүҙе һорап быйыл ун һигеҙ меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, ә туғыҙ мең эш биреүсе хеҙмәткәр эҙләп. Вакансиялар банкында 105 мең урын бар икән.
Киләһе йылда "Демография" милли проекты буйынса Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу" тигән федераль проект эшләй башлаясаҡ.