Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Октябрь 2019, 06:36

ЭШҠЫУАРҘАР, “МИНЕҢ БИЗНЕС”ҠА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

30 октябрҙә Өфөлә “Минең бизнес” форумы үтәсәк. Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

30 октябрҙә Өфөлә “Минең бизнес” форумы үтәсәк. Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Йәкшәмбе ошо сараға арнап матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры Ирек Гәрәев һәм “Синергия” университетының операцион директоры Арсен Касумян ҡатнашты.
– Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү тенденцияһын “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты бирә. Уға ярашлы 2024 йылға тиклем илдә йүнселлек менән шөғөлләнеүселәр 25 миллион кешегә етергә тейеш булһа, республикала – 555 мең кеше. Әле был күрһәткес 409 мең кеше тәшкил итә, – тине Илшат Тажетдинов.
Ул проект тураһында ентекләберәк һөйләне, уның үҙенсәлектәрен аңлатты. Ә форум, унда нимә көтөлөүе хаҡында Арсен Касумян бәйән итте.
– Башҡортостанда ошондай ҙур форум үткәреү – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Илдә бындай йыйын етенсе тапҡыр ойошторола. Кисә ул Ҡазанда тамамланды. Әле спикерҙар һайлайбыҙ, бик күптәр сығыш яһарға һәм үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләк белдерә. Форум ҡыҙыҡ үтһен өсөн иң яҡшыларын һайлап аласаҡбыҙ, – тине Арсен Касумян. – “Синергия” – илдә иң ҙур университеттарҙың береһе. Форум үткәреп кенә ҡалмайбыҙ, тәү сиратта уҡытабыҙ. Беҙҙә 60 меңдән ашыу студент белем ала, улар араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырабыҙ. Йыйында йүнселдәр өсөн ысынлап та файҙалы мәғлүмәт бирә аласаҡбыҙ.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Читайте нас: