Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2019, 17:03

Башҡортостан илебеҙ автомобилдәре һаны буйынса төбәктәр араһында өсөнсө урынды алды

Башҡортостан илебеҙ автомобилдәре һаны буйынса Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбендә өсөнсө урынды алды, тип хәбәр итә «Автостат» аналитика агентлығы. 1 июлгә республикала Рәсәй автомобиль сәнәғәте сығарған 618,3 мең дана машина иҫәпләнә.

Рейтингта беренсе урында — Краснодар крайы (764,7 мең берәмек), икенсе урында — Мәскәү өлкәһе (651,1 мең берәмек), өсөнсөлә — Башҡортостан (618,3 мең берәмек). Мәскәү дүртенсе баҫҡысты биләй: баш ҡалала ошондай 590,9 мең еңел машина бар.

Июль башына Рәсәйҙә илебеҙҙә етештерелгән 16,6 миллион еңел машина теркәлгән, был – бөтә автопарктың 37,6%. Тәүге 10 иҫәбенә ингән төбәктәр араһында илебеҙ машиналарының иң күп өлөшө Дағстанда файҙаланыла (74,1%). Беҙҙең илдә Рәсәй автомобилдәре сит илдекенә ҡарағанда күберәк булған бөтәһе 22 төбәк иҫәпләнә.