Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2019, 14:46

“Великандың ҡәберен” кәртәләнеләр

Салауат районында ҡасандыр алты метр бейеклектә ВЕЛИКАН йәшәгәнЯңыраҡ уның ҡәберен кәртәләнеләр

Төрлө ырым-ышаныуҙар буйынса ҡасандыр Салауат районында алты метрлыҡ кеше – “великан” йәшәгән.


Урындағы халыҡ ул Ташауыл ауылы эргәһендә, Йүрүҙән буйында ерләнгән ти. Уның урынын бар кеше лә белмәй. Һәм улар был изге рухтың ауылды төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағанына ышана. Таймый ауылы биләмәһе “великан”дың ҡәберен тәртипкә килтереп, кәртәләп ҡуйҙы.
Әммә Салауат районында ҡасандыр великандар йәшәгәнен раҫлаусы бер ниндәй ҙә дәлилдәр юҡ. Шулай ҙа Башҡортостанда йәшәгән оҙон буйлы кешеләр тураһында риүәйәттәр йыш осрай. Мәҫәлән, тыуған яҡты өйрәнеүсе Руф Игнатьев Өфө губернияһы тураһында яҙғанда ла великандар тураһында әйтеп китә.
---------------------------------------
Жители Салаватского района огородили могилу мистического 6-метрового человека. По верованию, он защищает их от стихийного бедствия.


По легенде, великан захоронен около села Ташаулово Салаватского района, недалеко от городов Челябинской области. Считается, что его дух защищает населенный пункт от сезонных паводков.
Ограждение поставил Таймеевский сельсовет, к которому относится село. Разумеется, никаких достоверных свидетельств никто не приводит.
Однако заметим, что легенды о людях гигантского роста в Башкортостане встречаются довольно часто. Они не раз записывались этнографами, краеведами, археологами. Например, еще в 19 веке в своих заметках о древностях Уфимской губернии об этом писал Руф Гаврилович Игнатьев (краевед, историк, этнограф, археолог). Впрочем, в его статьях можно найти не мало и других интересных мифов, поверий, легенд, существовавших среди населения губернии.