Общие статьи
18 Октября 2019, 06:11

Владимир Путин йәштәрҙе тикшерергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә интернет селтәрендә йәштәрҙең өҫтөнлөктәрен һәм ҡылыҡтарын даими тикшерергә ҡушты.#ВладимирПутин

Мәғлүмәттәр мөхите йәш быуындың ҡарашына ниндәй йоғонто яһай? Дәүләт органдары һәм профилле ойошмалар ошо хаҡта һәр саҡ хәбәрҙар булырға тейеш.


Владимир Путин шулай уҡ “йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә” йүнәлтелгән контент булдырыу менән шөғөлләнгән координация үҙәген ойоштороу бурысын да ҡуйҙы. Контент материалдары артабан интернет селтәрендә таратыласаҡ.


Дәүләт етәксеһенең күрһәтмәләре 1 декабргә тиклем үтәлергә тейеш.
Читайте нас