Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 12:09

Милли проекттар тикшерелде

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция форматында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция форматында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Йыйылыш барышында «Һаулыҡ һаҡлау», «Демография» милли проекттарының тормошҡа ашырылыуы тикшерелде.
– Был проекттар кешеләр өсөн иң мөһимелер, моғайын, улар шунда уҡ күренә. Бында балалар баҡсаһы проблемаһы, сифатлы медицина ярҙамы алыу ҙа инә, – тип билдәләне Дмитрий Медведев.
Демография хаҡында һөйләгәндә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында өҫтәмә урындар булдырыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Мәҫәлән, 2019 йылда Рәсәйҙә кескәйҙәргә 25 мең кенә урын булдырылған. Тағы ла бер ярҙам – атай-әсәйҙәргә ташламалы ипотеканың барлыҡҡа килеүе.
Читайте нас: