Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2019, 14:46

Республика көнөнә байрам

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Малаяҙ район мәҙәниәт йортонда тантаналы байрам сараһы уҙғарылды.Байрам тантанаһында райондаштарға Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей миҙалдары, БР Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, республика Мәҙәниәт министрлығының, Салауат районы Хакимиәте һәм Советының Почет грамоталары тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Малаяҙ район мәҙәниәт йортонда тантаналы байрам сараһы уҙғарылды.
Салауаттарҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Риф Мөхәмәтдинов, Башҡортостан Башлығы вәкиле – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов ҡотланы.
Байрам тантанаһында райондаштарға Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей миҙалдары, БР Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, республика Мәҙәниәт министрлығының, Салауат районы Хакимиәте һәм Советының Почет грамоталары тапшырылды.
Һуңынан концерт булды. Унда район халҡына Өфөлә филармонияла “Тарих биттәре” республика фестиваль-марафонында күрһәтелгән бай йөкмәткеле концерт-презентация тәҡдим ителде.