Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 11:31

«Миловка паркы»нда балалар баҡсаһы төҙөлә

Өфө районының «Миловка паркы» торлаҡ комплексында 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлай.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Өфө районының «Миловка паркы» торлаҡ комплексында 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлай.
Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы «Демография» милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк. Уны 2020 йылдың авгусына тиклем тамамлау күҙаллана. «Миловка паркы» торлаҡ комплексындағы балалар баҡсаһын төҙөүгә республика һәм федераль ҡаҙнанан 126 миллион һум аҡса бүленә.
Ә республика буйынса һандарға күҙ һалһаҡ, 2019 – 2020 йылдарҙа ҡала һәм районда 53 мәктәпкәсә белем учреждениеһы сафҡа инәсәк. Шуларҙың 29-ы быйыл төҙөлөп бөтәсәк.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: