Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Сентябрь 2019, 11:19

Владимир Путин: Был бөтә кешелеккә янау...

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҙур һәм етди халыҡ-ара форумда ҡатнашҡайны. Шунда ул замана сирҙәренең береһе тураһында ҡәтғи фекерен белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҙур һәм етди халыҡ-ара форумда ҡатнашҡайны. Шунда ул замана сирҙәренең береһе тураһында ҡәтғи фекерен белдерҙе.


Онкология ауырыуҙарының таралыуы аныҡ кешегә генә түгел, ә барлыҡ кешелеккә янау икәнен әйтте Путин.


Икенсе халыҡ-ара онкология һәм радиология форумында сығыш яһап, Рәсәй Президенты ауыр сиргә ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәклеген аңғартып, былай тине:


- Тяжелые и опасные недуги, связанные со злокачественными новообразованиями, распространение онкологических заболеваний — сегодня это вызов для всего человечества. Россия открыта к партнерству с иностранными государствами, а выстраивание передовой онкологической помощи является приоритетом государственной политики".


Ысынлап та, яман шешкә ҡаршы маҡсатлы рәүештә көрәшмәһәк, был сир ҙур хәүеф менән янай. Һуңғы ваҡытта ул бигерәк тә йыш осрай һәм күп ғаилә фажиғәһенә әүерелә бара.