Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2019, 11:19

Ижевскиҙа ла балалар технопаркы асылды

Рәсәй төбәктәрендә инженер йүнәлешендә балаларҙың һәләттәрен үҫтереүсе технопарктар асылыуын дауам итә. Шундайҙарҙың береһе – «Калашников» академияһы» балалар технопаркы Ижевск ҡалаһында барлыҡҡа килде.#ВладимирПутин

Рәсәй төбәктәрендә инженер йүнәлешендә балаларҙың һәләттәрен үҫтереүсе технопарктар асылыуын дауам итә. Шундайҙарҙың береһе – «Калашников» академияһы» балалар технопаркы Ижевск ҡалаһында барлыҡҡа килде.


Уны асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашып, уның эшмәкәрлеге менән танышты. Технопаркта булған саҡта ил башлығына робот техникаһы һәм сәнәғәт дизайны өлкәһендә асыштар хаҡында һөйләнеләр.

Ошо уҡыу йылынан бында биш йүнәлеш буйынса белем биреү программалары эшләй башлай. Был программаларға 13 – 18 йәштәге 500-ҙән ашыу бала йәлеп ителәсәк. Ҡабул итеү тест һәм әңгәмәләшеү һөҙөмтәһендә алып барыла.
Читайте нас: