Әйтергә кәрәк, «Үҙәк – 2019» – иң ҙур хәрби өйрәтмәләрҙең береһе. Ырымбур өлкәһенең полигондарына барлығы 8 дәүләттән вәкилдәр – Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Пакистан, Һиндостан һәм Ҡытайҙан 128 мең хәрби хеҙмәткәр ҡатнашырға киләсәк. Хәрби өйрәтмәләрҙе күҙәтеү өсөн Дедуровка ауылы эргәһендә махсус ҡарау вышкаһы ла ҡуйылған.