2474-сө һайлау участкаһы Әлкә ауылында урынлашҡан.
Бында 322 һайлаусы теркәлгән. Шуларҙың 5-һе - 80 йәштән өлкәнерәк, 18-30 йәш арауығындағылар – 63 кеше, 20-һе – студент. 18 йәше тулған өс кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе Айтуған Ғәйнетдинов (һүрәттә). Тәүгә һайлаусы булараҡ, уға грамота һәм бүләк тапшырылды.
Әленге ваҡытта һайлаусыларҙың 61 проценты тауыш биргән дә инде.
Ауылды йәмләндереп төрлө башҡорт йырҙары бер-бер артлы бөтә ауылға яңғырап, бар халыҡты саҡырып тора.