Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Сентябрь 2019, 18:19

Әлкәләр әүҙем тауыш бирә!

Әлкә ауылында урынлашҡан 2774-се һайлау участкаһында һайлау әүҙем бара.

Әлкә ауылында урынлашҡан 2774-се һайлау участкаһында һайлау әүҙем бара.
Иртәнән бында халыҡ өсөн йәрминкә, эстәлекле концерт, “Сәскәләр” күргәҙмәһе ойошторолдо. Һайлау комиссияһы рәйесе Зәлифә Сиражева, рәйес урынбаҫары Айрат Ғәйнетдинов, сәркәтиб Эльмира Ғиниәтуллина, комиссия ағзалары Гөлдәр Шәмсетдинова, Алина Баһауетдинова һайлауҙар тыныс, ғәҙел үтһен өсөн тырышып эшләй. Төрлө партияларҙан күҙәтеүселәр бар.
322 кешенең 10-һы өйҙә һайланы. Уларҙың күбеһе мөмкинлектәре сикләнгән оло йәштәгеләр. Иң беренсе булып һайлауға Рөстәм Ғайсин килде. Ғаиләләре менән килеп һайлаусылар ҙа бар. Бер һайлауҙан да ситтә тороп ҡалмаған Зәғәфүрән Ғәйнетдинов (һүрәттә) : “Һайлауҙа ҡатнашыу - һәр кемдең гражданлыҡ бурысы”, - ти.
Читайте нас: