Һайлау комиссияһы рәйесе Венера Хәбибуллина, рәйес урынбаҫары Фәнис Вәлиев, сәркәтип Линиза Хужина, комиссия ағзаһы Лариса Бикжанова үҙ эштәрен тырышып башҡара. Әленге ваҡытта участкала һайлау әүҙем бара. Комисиия ағзалары һаулыҡтары буйынса һайлауға килә алмаған 11 кешене өйҙә тауыш бирҙергән. Рамазан Вәлиев һәм Эльмир Бәширов (һүрәттә) һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. Улар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, грамота һәм бүләк менән билдәләнде.