Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Сентябрь 2019, 11:47

Башҡортостанда 3434 һайлау участкаһы асылды

Башҡортостанда һайлау көнө етте — һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән эшләй башланы.

Башҡортостанда һайлау көнө етте — һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән эшләй башланы.
Республикала 3434 участка, шул иҫәптән граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа 37 участка асылды. Һайлауҙа бөтәһе 3 миллион 049 мең 571 кеше ҡатнашыуы мөмкин. Бынан тыш, 181 һайлаусы Мәскәүҙә һанлы һайлау участкаларында тауыш бирә.
Бөгөн Башҡортостан халҡы республика Башлығын һайлай. Был вазифаға һигеҙ кеше дәғүә итә: Радий Хәбиров – «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Юрий Игнатьев – «Ғәҙел Рәсәй», Зөлфиә Ғайсина – «Яблоко» партияһы, Иван Сухарев – ЛДПР, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ, Владимир Кобзев – «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы» , Владимир Барабаш – «Гражданлыҡ көсө», Рәфис Ҡадиров – «Рәсәй патриоттары».
Бынан тыш, 9-сы Ҡояшлы бер мандатлы һайлау округы (Өфөнөң Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол бер мандатлы һайлау округы буйынса (Нефтекама) алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау була – һигеҙ кандидат теркәлгән.
Шул уҡ көндә Башҡортостанда йәшәүселәр урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлай, уларҙа 7329 депутат мандаты алмаштырыла, төрлө партияларҙан 14 мең 978 кандидат теркәлгән.
Участкаларҙа видеокүҙәтеү ойошторола. Трансляцияны «Наш выбор» сайтында ҡарарға мөмкин.
Һайлау участкалары киске 9-ға тиклем эшләй.
Һайлауға яҡынса йомғаҡ 9 сентябрҙә иртән билдәле була.
Читайте нас: