Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Сентябрь 2019, 11:26

Республика етәксеһе Өфө дауаханаһында «Аҡыллы ҡабул итеү» һәм онкоярҙам үҙәге эше менән танышты

Быйылдан Башҡортостандың биш дауаханаһында — 17-се, 13-сө, 21-се ҡала клиник дауаханаларында, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында, Республика кардиология үҙәгендә «Аҡыллы ҡабул итеү» проекты ғәмәлгә ашырыла.#Миллипроект #Нацпроект

Быйылдан Башҡортостандың биш дауаханаһында — 17-се, 13-сө, 21-се ҡала клиник дауаханаларында, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында, Республика кардиология үҙәгендә «Аҡыллы ҡабул итеү» проекты ғәмәлгә ашырыла.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһына барҙы. Медицина учреждениеһының баш табибы Эльза Сыртланова әйтеүенсә, «Аҡыллы ҡабул итеү»ҙәрҙең майҙаны шартлы рәүештә өс зонаға бүленә: йәшел, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл. Ҡыҙыл зонаға ауыр хәлдәге, операция һәм реанимация талап ителгән пациенттар эләгә. Статистика буйынса, ундайҙар 10 процент. Ҡыҙғылт һары зонаға реанимация һәм ашығыс ярҙам талап ителгәндәр килтерелә – 30 процент. Йәшел зонаға үҙаллы атлай алған, ғүмеренә хәүеф янамаған пациенттар эләгә (яҡынса 60 процент). Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин билдәләүенсә, «аҡыллы ҡабул итеү бүлексәһе»нең яҡынса хаҡы, әгәр өр-яңы булһа, операция биналарын һәм ауыр ҡорамалдарҙы иҫәпкә алып, 500 миллиондан 1 миллиард һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин.


«Был инде медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙең икенсе кимәле, ул ашығыс рәүештә килтерелгән сирлене дауалау тактикаһы тураһында ҡарарҙы тиҙерәк ҡабул итергә, маршрут билдәләргә, ҡабул итеү бүлмәһендәге шарттарҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирә», — тине Максим Забелин. Ҙур стационарҙарҙа ла ошондай үҙәктәр бар, лидерҙар — Санкт-Петербург һәм Мәскәү, шулай уҡ Волгоград, Ҡазан, Яр Саллы һәм Элиста ҡалаларында ошондай үҙәктәр эшләй. Башҡортостанда әлегә «аҡыллы ҡабул итеүҙәр» республика һәм ҡала дауаханаларында индерелә.


Быйыл 13-сө дауаханала ла амбулатор онкология ярҙамы үҙәге үҙ эшен башланы, дөйөм алғанда, республикала 13 муниципаль-ара үҙәк булдырыла.


"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш" төбәк проекты сиктәрендә 13-сө дауахана йәй көнө ике яңы портатив ультратауыш аппараты алды.


Радий Хәбиров шулай уҡ «Һаҡсыл производство» принциптары индерелгән поликлиниканың эше менән танышты. Бында уға сирҙәр, диспансерлаштырыу һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында мәғлүмәт тупланған «Һаулыҡ һаҡлау графикаһы» модулен, клиника-диагностикалау лабораторияһын күрһәттеләр. Максим Забелин республикала ошондай лабораторияларҙы үҙәкләштерергә йыйыныуҙары тураһында һөйләне. Был эш сифатын яҡшыртырға, ҡорамалды яңыртырға, биналарҙы төҙөкләндерергә һәм яҡынса 500 миллион һумды экономияларға мөмкинлек бирәсәк.

Читайте нас: