Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Август 2019, 11:14

Башҡортостанда өс моделле китапхана барлыҡҡа киләсәк

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә 2020 йылда муниципаль моделле китапханалар булдырыуға Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында конкурс уҙғарылғайны. Бына, ниһайәт, һөҙөмтәләр билдәле булды.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә 2020 йылда муниципаль моделле китапханалар булдырыуға Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында конкурс уҙғарылғайны. Бына, ниһайәт, һөҙөмтәләр билдәле булды.
Башҡортостандан дүрт ғариза бирелгәйне, шуларҙың өсәүһе хупланды. Былар – Благовар (үҙәк район китапханаһы), Дүртөйлө (Әсән ауыл китапханаһы, 5-се филиал), Туймазы райондары (Ҡандра ауыл китапханаһы). Был ауылдарҙа моделле китапханалар булдырыуға республика федераль ҡаҙнанан 30 миллион һум аҡса аласаҡ.
Әйткәндәй, быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 78 төбәгенән 500 ғариза бирелгән. Шуларҙың 52 төбәгенән 110 китапхана еңеүсе тип табылған.
Читайте нас: