Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2019, 11:13

Радий Хәбиров Владимир Путин менән Күмертау вертолет заводының яҙмышын тикшерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында Күмертау авиация етештереү предприятиеһының киләсәк яҙмышы тикшерелде. Республика етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һатыу нөктәләрен эҙләүҙә әүҙемлек күрһәтергә тейешлеген билдәләне.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында Күмертау авиация етештереү предприятиеһының киләсәк яҙмышы тикшерелде. Республика етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һатыу нөктәләрен эҙләүҙә әүҙемлек күрһәтергә тейешлеген билдәләне.



«Беҙ уның яҙмышын ашығып хәл итмәҫкә һөйләштек. Әгәр предприятие үҙе беҙҙең ярҙам менән һатыу баҙарҙарын эҙләмәһә, беҙгә үҫешеү ҡатмарлыраҡ булыр, — тине республика етәксеһе һәм сәнәғәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәрит Ғилмановҡа ошо мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылырға ҡушты.

Дәүләт башлығы менән осрашыу ваҡытында Өфө — Ағиҙел тимер юл тармағы төҙөлөшө мәсьәләһе лә ҡаралды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Рәсәй Президенты тейешле йөкләмәләр бирҙе.



«Эшкә тотонорға кәрәк. Ошо йүнәлештә тәүге аҙымды яһаныҡ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимовҡа мөрәжәғәт итеп.

Владимир Путин менән осрашыуҙа фән-мәғариф үҙәге, кампус мәсьәләһе, федераль университет темаһына дөйөм ҡараштар тураһында һүҙ барҙы. Рәсәй Президенты ошо мәсьәләләр буйынса кәрәкле йөкләмәләр бирҙе.
Читайте нас: