Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2019, 11:08

Мәҙәниәткә иғтибар арта

Республика Хөкүмәтендә аҙна һайын ойошторолған оператив кәңәшмәлә «Мәҙәниәт» милли проектының ғәмәлгә ашырыу барышы хаҡында һүҙ барҙы.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Республика Хөкүмәтендә аҙна һайын ойошторолған оператив кәңәшмәлә «Мәҙәниәт» милли проектының ғәмәлгә ашырыу барышы хаҡында һүҙ барҙы.


Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, беренсе тапҡыр мәҙәниәт федераль кимәлдә өҫтөнлөклө йүнәлеш тип табылған һәм өс федераль проектты – «Мәҙәни мөхит», «Ижади кешеләр», «Һанлы мәҙәниәт»те үҙ эсенә ала. Республика бөтә өс федераль проектты ла тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, сараларҙа бөтә муниципалитеттар ҙа йәлеп ителгән. Әминә Ивний ҡыҙы билдәләүенсә, төбәк проекттарын 6 йыл финанслауға 10 миллиондан ашыу аҡса бүленә. Иң күбе «Мәҙәни мөхит» төбәк проектын алып барыуға тотоноласаҡ. Милли проект барышында 27 яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙәләсәк, 52-һе төҙөкләндереләсәк. Әлеге йылдың аҙағына тиклем 5 объект сафҡа индерелә, 3 ауыл мәҙәниәт йорто төҙөлә. Мишкәлә төҙөкләндергәндән һуң мари тарихи-мәҙәни үҙәге асыла. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: федераль ҡаҙна иҫәбенә сәнғәт мәктәптәре 63 пианино алды. Алдағы көндәрҙә ике колледж һәм 20 балалар сәнғәт мәктәбе лә яңы ҡоролмалы буласаҡ.

Читайте нас: