Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы эргәһендә «Фәнни белем биреү үҙәге» идаралыҡ компанияһы ойошторола.
Нәҡ был төбәк ойошмаһы «Фән» милли проект буйынса донъя кимәлендәге фәнни белем биреү үҙәген булдырыу операторы буласаҡ.
Рәсәй кимәлендә 15 фәнни белем биреү үҙәге асыу күҙаллана. Ә быйылдан биш пилотлы төбәктә эштәр башлаясаҡ. Ә республикабыҙ 2020 йылда проектҡа инергә дәғүә итә.