Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2019, 11:23

МИЛЛИ ПРОЕКТ: ҺӘР УҠЫУСЫҒА - 8 800 ҺУМЛЫҠ СЕРТИФИКАТ

Һәр бала дәүләт бүлгән аҡсаға өҫтәмә рәүештә уҡый аласаҡ. Ошо хаҡта уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе. Сертификаттың уртаса суммаһы - 8 800 һум. Аҡсаны башҡа маҡсатҡа йүнәлтеү мөмкин түгел, ҡулаҡсаға әйләндереп тә булмай. Балаларҙың шөғөл һайлауҙа мөмкинлеге сикләнмәгән, улар дәүләт, муниципаль һәм шәхси учреждениеларҙа өҫтәмә белем аласаҡ. Проект 36 муниципаль берәмектә тормошҡа ашырыласаҡ. Спорт йүнәлеше 133 ойошма нигеҙендә ойошторола. 1 сентябрҙән 16 мәктәптә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә "Башҡортостан мәктәптәренә спорт көрәше” тигән милли проект эш башлай. Ә 2020 йылға уларҙың һаны байтаҡҡа артасаҡ. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Һәр бала дәүләт бүлгән аҡсаға өҫтәмә рәүештә уҡый аласаҡ. Ошо хаҡта уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.

Сертификаттың уртаса суммаһы - 8 800 һум. Аҡсаны башҡа маҡсатҡа йүнәлтеү мөмкин түгел, ҡулаҡсаға әйләндереп тә булмай. Балаларҙың шөғөл һайлауҙа мөмкинлеге сикләнмәгән, улар дәүләт, муниципаль һәм шәхси учреждениеларҙа өҫтәмә белем аласаҡ. Проект 36 муниципаль берәмектә тормошҡа ашырыласаҡ. Спорт йүнәлеше 133 ойошма нигеҙендә ойошторола.

1 сентябрҙән 16 мәктәптә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә "Башҡортостан мәктәптәренә спорт көрәше” тигән милли проект эш башлай. Ә 2020 йылға уларҙың һаны байтаҡҡа артасаҡ.