Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2019, 15:53

Сәйер табылдыҡҡа юлыҡҡан

Лағыр ауылынан Ринат Ситдиҡов сәйер табылдыҡҡа юлыҡҡан. Нимә ул?

Әй һәм Йүрүҙән йылғаһының яр буйҙарында плейстоцен дәүерендә йәшәгән боронғо хайуандарҙың һөйәктәре әленән-әле табылып тора.

Яңыраҡ Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов улы Айнур менән һыу инергә барған мәлдә палеонтологик табылдыҡҡа юлыға.

- Әй йылғаһында быға тиклем дә боронғо хайуандарҙың һөйәктәре табылған булды. Бөгөн улар мәктәптә, тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. Шуға ла йылға буйына барғанда бик иғтибарлы булыу мөһим. Был юлы иһә мамонттың тешенә юлыҡтыҡ, - тип һөйләне Ринат Даян улы.

Ике килограмдан да ауырыраҡ мамонт теше таҙартылып, Лағыр мәктәбенең музейына башҡа экспонаттар эргәһенә ҡуйылған.

=====================

Купаясь на реке Ай он вместе с сыном обнаружил зубы мамонта.
Директор Лагеревской СОШ, геогид геопарка “Янгантау” Ринат Ситдиков рассказал нашей газете:
- Зубы довольно большие, весом чуть более 2 килограмм. Он был покрыт илом, но я все равно понял, что это не простой камень. Слишком уж рифленый был. Кроме того и до этого на окраине деревни были найдены кости древних животных. Поэтому я стараюсь быть внимательным.
В настоящий момент кости очищены и сданы на хранение в школьный музей села Лагерево. Надо сказать, что музей в Лагерево обладает богатой коллекцией и уже неоднократно удивлял гостей экспонатами четвертичного периода.


Читайте нас: