Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2019, 11:11

Путин менән селфи яһап өлгөрмәгәнгә илаған

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән селфи яһарға теләүселәр бик күп булыуы сер түгел.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән селфи яһарға теләүселәр бик күп булыуы сер түгел.


Рәсәй граждандары, сит ил туристары, хатта Мәскәүгә эш менән килеүсе сит ил сәйәсмәндәре лә үтенә икән. Төрлө осраҡ буйынса ил етәксеһе менән осрашыуҙан һуң төшкән селфилар аҙаҡ социаль селтәрҙәргә ҡуйылып, күп тауыштар йыя.

Йылдың башында бер сарала Владимир Путин менән селфи эшләп өлгөрә алмағас, бер ҡыҙыҡай хатта илап ебәргән. Быны ваҡытында күреп ҡалып, ил башлығы машинаһын туҡтатып, эргәһенә килә. Уны тынысландырып, нишләп илайһың, тип һорай. Ҡыҙыҡай шул арала президент менән селфи эшләп ҡала.
Читайте нас: