Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль 2019, 11:26

Интернет көндәлек тормош өсөн кәрәк

Өс йылдан Башҡортостандың 2 мең 700 социаль объектты ла «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә интернетҡа тоташтырыласаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Өс йылдан Башҡортостандың 2 мең 700 социаль объектты ла «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә интернетҡа тоташтырыласаҡ.


Бөтә медицина, белем биреү учреждениелары, полиция, янғын һүндереү бүлексәләре, һайлау комиссиялары һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары ла Бөтә донъя селтәренә инеү мөмкинлеге ала.

– Ысынында беҙ һанлы йәмғиәттең үҫеше өсөн күп мөмкинлектәрҙе ҡулланмайбыҙ. Рәсәй Федерацияһының «Һанлы иҡтисад»ы беҙҙең илебеҙҙе ошо өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙарға яҡынлаштыра, – тип белдерҙе «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова уның сығышына өҫтәп:

– Мин Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың, әгәр ҙә кешеләр интернетта икән, беҙ ҙә унда булырға тейешбеҙ, тигән һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалдырҙым. Интернет менән ҡуллана белеү эш өсөн генә мөһим түгел, бөгөнгө көндәлек тормош өсөн кәрәкле, – тине ул.


#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: