Рәсәй үҙенең технологик суверенитетын гарантияларға һәм яңы технологиялар баҙарында лайыҡлы урын яуларға тейеш, тигән фекерҙә дәүләт башлығы Владимир Путин.
Кисә эре компаниялар һәм хөкүмәт вәкилдәре юғары технологиялы айырым йүнәлештәрҙе үҫтереү ниәте тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Сара Кремлдә үтте.
– Киләсәк технологияларына эйә булыу өсөн глобаль дәғүәселек башланды. Беҙҙең бурыс – лидерҙар рәтендә булыу өсөн ваҡытты әрәм итмәй генә барыһын да эшләү, – тине Владимир Путин. – Беҙ үҙебеҙҙең ҙур компанияларҙан технологик, кадрҙар һәм финанс лидерлығы көтәбеҙ. Үҙ сиратында дәүләт бындай партнер-компанияларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.