Владимир Путиндан - көсөк. Ниндәй тоҡомдан бит әле - алтынһыу ретриверҙыҡы.
Красноярск ҡалаһында йәшәүсе 12 йәшлек малай Рәсәй Президентынан көсөк һорап хат яҙған.
"Подарите мне щенка золотистого ретривера, чтобы у меня был добрый друг. Я верю, чудеса сбываются. Спасибо!" - тигән ул хатында.
Беҙҙең ил башлығы ла хайуан-йәнлектәр ярата. Ҙур теләк менән үҫмергә бүләк эшләгән дә. Көсөктө Арсений Федоровҡа крайҙың мәғариф министры үҙе тапшырған.
Баҡһаң, малай ҙа ябай түгел - уға аутизм диагнозы ҡуйылған. Шуға ла Арсений махсус мәктәптә уҡый. Компьютер менән ҡыҙыҡһына, спорт ярата. Хатта һуңғы ике йылда саңғы ярыштарында гел призлы урындар яулаған. Үкенескә күрә, Арсенийға кешеләр менән аралашыуы ауыр. Педагогтар күҙаллауынса, баяғы көсөк малайға ҙур терәк һәм дуҫ буласаҡ. Алтынһыу ретриверҙарҙы психотерапевт эттәр тип тә йөрөтәләр.
Үҫә килә Арсений кешеләргә лә яҡыная алыр.