Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2019, 11:40

Путин Зеленский менән осрашырға әҙер түгел әле

Кисә Украина Президенты Владимир Зеленский Фейсбук аша Рәсәй Президенты Владимир Путинға Минскиҙа осрашыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Йәнәһе, Украиналағы хәл-торошто яйға һалырға кәрәк.#ВладимирПутин

Кисә Украина Президенты Владимир Зеленский Фейсбук аша Рәсәй Президенты Владимир Путинға Минскиҙа осрашыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Йәнәһе, Украиналағы хәл-торошто яйға һалырға кәрәк.


Тик унда улар икәү генә түгел, әлбиттә, ә бер төркөм "аралашсы" ла буласаҡ.


Зеленский фекеренсә, һөйләшеүҙә АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция етәкселегенең дә булыуы шарт.


Беҙҙең Президент нимә уйлай икән? Владимир Путиндың тура яуабы юҡ әлегә. Етмәһә, тәҡдим социаль селтәр аша ғына таралды.


Кремдәге төп матбуғат секретары Дмитрий Песков еткерә уның һүҙҙәрен. Уның билдәләүенсә, Рәсәй әлегә яуап бирергә әҙер түгел. Зеленский әйткән форматты аңларға кәрәк. АҠШ унда нимәгә?
Читайте нас: