Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2019, 11:32

Владимир Путин халыҡ-ара форумда

Рәсәй етәксеһе Владимир Путин “Парламентаризмды үҫтереү” II халыҡ-ара форумы эшендә ҡатнашты.#ВладимирПутин

Рәсәй етәксеһе Владимир Путин “Парламентаризмды үҫтереү” II халыҡ-ара форумы эшендә ҡатнашты.
Сараның төп темалары – халыҡ-ара хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү, һанлы иҡтисадты үҫтереү, йәштәр һәм экологик сәйәсәтте яйға һалыу, парламент-ара институттар эшен көйләү һ.б.
Форумда 132 ил вәкилдәре, 800-гә яҡын парламентарий һәм эксперттар ҡатнашты. Араларында Парламент-ара союз президенты Габриэла Куэвас Баррон, Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы рәйесе Мостафа Шентоп, Панафрикан парламенты рәйесе Роже Нкодо Данг, Балтик диңгеҙенең Парламент конференцияһы рәйесе Йорген Петтерссон һ.б. ҡатнашты.
“Парламентаризмды үҫтереү” I халыҡ-ара форумы былтыр Мәскәүҙә үткәйне.
“Форум инде икенсе тапҡыр уҙа һәм үҙенең ҙур әһәмиәткә эйәлеген иҫбатланы. Дәүләттәрҙең парламент-ара бәйләнеше, диалогы йәмғиәт именлегендә мөһим роль уйнай”, – тине сығышында Владимир Путин.
Читайте нас: