Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2019, 11:35

Мөрсәлимдә мәҙәниәт йорто төҙөлә

Яңы объект “Мәҙә­ниәт” милли проекты һәм “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы һалына.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Ауылдың буласаҡ мәҙәниәт йорто Мөрсәлим ауыл биләмәһе хакимиәте эргәһендә урынлаша. Бындағы ағастарҙы киҫеп, төҙөлөш майҙанын кәртәләп алып, фундаментҡа котлован ҡаҙылған. Бинаның әле нигеҙе күтәрелә башлаған.

– Төҙөлөш эштәрен Өфөнөң “Баш­альянсстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара, – ти Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов. – Мәҙәниәт йорто 200 тамашасы урынына иҫәпләнгән. Бинала өс түңәрәктәр залы, моделле китапхана, полиция участковыйы бүлмәһе буласаҡ. Ул бер ҡатлы итеп, заман талаптарына яраш­лы төҙөләсәк. Яңы объектты быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мөрсәлимгә яңы мәҙәниәт йорто төҙөү мәсьәләһе күптән күтәрелә. Былтыр Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төньяҡ-көнсығышҡа эш сәфәре барышында ауылға яңы мәҙәниәт усағы төҙөргә тигән бурыс ҡуйҙы. Ә әлегә Мөрсәлимдә клуб бинаһы уҙған быуатта һалынған бәләкәй генә, бөгөнгө талаптарға тап килмәгән бинала урынлашҡан.
Читайте нас: