Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2019, 11:01

Рәсәй Президенты Владимир Путин: Дүрт йүнәлеш буйынса бер уйҙабыҙ

Рәсәй лидеры "Ҙур егерме" саммитынан һуң, матбуғат конференцияһында һорауҙарға яуап бирҙе. #ВладимирПутин

Рәсәй лидеры "Ҙур егерме" саммитынан һуң, матбуғат конференцияһында һорауҙарға яуап бирҙе.


Дөйөм алғанда, Владимир Путин был сараның һөҙөмтәле булыуын билдәләй. Саммит үҙенең кәрәклеген иҫбатлаған. Рәсәй Президенты белдереүенсә, ҡатнашыусылар дүрт төп йүнәлеш буйынса килешеүгә ирешә алған.

Беренсенән, форумда артабан да донъя сауҙа системаһын камиллаштырыу буйынса эште дауам итергә ынтылыш һиҙелгән. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһын реформалау ҙа ошо иҫәптә.


Икенсенән, ҡатнашыусылар Париж килешеүен ғәмәлгә ашырыуға әҙерлектәрен белдергән.


Өсөнсөнән, "Ҙур егерме"лә булған вәкилдәр интернет селтәрендә террорға бәйле мәғлүмәт таралыуына ҡаршы тороуҙы хуплаған. Был 20 дәүләткә генә түгел, ә бөтә донъяға кәрәк.


Дүртенсенән, цифрлаштырыу һәм яһалма интеллект өлкәһендәге эште дауам итеү.


Әйткәндәй, "G20" саммитынан һуң Рәсәй - Япония саммиты ла булды. Японияла Рәсәй йылы ябылды, Владимир Путин Премьер-министр Синдзо Абэ менән осрашты. Абэ белдереүенсә, яҡынайыу процесы дауам итә.


Быйыл сентябрҙән Рәсәй эшҡыуарҙары өсөн виза тәртибе йомшартыла, беҙҙең 465 вуздың студенттарына ла виза биреү ябайлаштырыласаҡ.


Япония яғынан, бәхәсле, тип һаналған утрауҙарҙа ла берлектәге эштәр башланыр, моғайын. Беҙҙә Япония компаниялары ла байтаҡ ҡына эшләй, улар һаны 270-кә еткән, ә тауар әйләнеше 17 процентҡа артҡан. Дуҫлашабыҙ, ахыры...