Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2019, 11:26

«Алға» менән арзаныраҡ

Улар 1 июлдән «Башавтотранс» һәм шәхси компанияларҙың, шул иҫәптән ҡала яны автобустарында, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡабул ителә.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Комитет 200 мең «Алға» картаһына заказ биргән. Уларҙы автобустарҙа, «Өфө-Матбуғат» киосктарында, Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә, туҡталыштарҙағы хеҙмәтләндереү пункттарында, «Байрам», «Башспирт», «Альдо», «Батыр» магазиндарында 50 һумға һатып алырға мөмкин. Карталар «Һаҡлыҡ банкы-онлайн» һәм «Уралсиб» интернет-банкы аша, хеҙмәтләндереү пункттарында тулыландырыла.
1 сентябрҙән эшләгән «сәғәтлек» тарифы сиктәрендә 1 сәғәт эсендә яңы билет һатып алмайынса бер нисә тапҡыр күсеп ултырырға мөмкин. Өфөнөң үҙенсәлеген иҫәпкә алып, был тариф «сәғәт ярымлыҡ» була. Бер тапҡыр ҡуллана торған, айлыҡ, йыллыҡ карталар ҡаралған. «Алға» картаһы менән юл хаҡы ҡулаҡсаға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә.
Читайте нас: