Өфөлә автоматлаштырылған ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү майҙансығы булдырыу күҙаллана, тип белдерҙеләр мэрияла уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә.
Өфө ҡала Советы депутаты Тимофей Вохмин һүҙҙәренсә, ике йүнәлеш ҡарала: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм сорттарға айырыу комплексын, шулай уҡ полимерҙарҙы һәм икенсел ресурстарҙы эшкәртеү комплексын төҙөү.
Беренсе проектты тормошҡа ашырыуға — 1,2 миллиард, икенсеһенә 1,6 миллиард һум кәрәк.
Финанслау сығанағы — «Рудерис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиелары һәм «САХ» акционерҙар йәмғиәте аҡсаһы. Бюджет сығанаҡтары талап ителмәй, тип билдәләнеләр мэрияла.
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм сорттарға айырыу комплексы ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы реформаһын тормошҡа ашырыуҙың башланғыс стадияһында Өфөгә шәхси инвестициялар иҫәбенә тарифҡа йөкләмәне һәм төбәк операторының әйләнеш аҡсаһын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Проект ҡарарҙары «Экология» милли проектының барлыҡ стандарттарына тап килә.
Полимерҙарҙы һәм икенсел ресурстарҙы эшкәртеү комплексын сафҡа индереү Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн генә түгел, тотош республика өсөн дә өҫтөнлөклө һәм мөһим социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә.
Яңы производство 380-дән ашыу яңы эш урыны булдырыуҙан тыш, бюджетҡа өҫтәмә һалым керемдәре бирә.
«Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашыусылар ике проектты ла хупланы. Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин яҡын арала уларҙы файҙаланыуға тапшырыуҙың мөһимлеген билдәләне һәм уны бойомға ашырыу буйынса тейешле йөкләмәләр бирҙе.