Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июнь 2019, 11:22

Өфөлә юлдар яҡшырған

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, республикабыҙҙа әүҙем эш алып барыла.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бер нисә йыл элек дуҫым Өфөгә килгәнендә шаяртып: “Юлдарға метеорит төшкәнме әллә?” – тигәйне. Ысынлап та, баш ҡалабыҙҙа юлдар маҡтанырлыҡ түгел ине шул. Бигерәк тә етәкселәр күҙенә ташланып бармаған урамдар ҡурҡыныс хәлдә. Ярай әле республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тарафынан был мәсьәлә етди күҙәтеүгә алынды. Һөҙөмтәлә быйыл йыл башынан республикала юлдарҙағы 592 мең соҡор ямалған.
Ә бына “Рәсәй өсөн халыҡ фронты” Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең юл инспекцияһы был юҫыҡта нимә тип әйтер? Хәл яҡшыға үҙгәргәнме? Хәрәкәттең әүҙемселәре, депутаттар, ҡала етәкселәре менән бергә рейдҡа сыҡҡас, ошо хаҡта уйланым.
Әйткәндәй, проект быйыл апрелдән илдең Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ федераль округтарында бойомға ашырыла башланған. Йыл аҙағына тиклем эшсе төркөм Рәсәйҙең 42 төбәгендә булып, юлдарҙағы кәмселектәрҙе асыҡлай, уларҙы артабан бөтөрөү өсөн үҙ кәңәшен бирәсәк. Йәмәғәтселәр шулай уҡ фажиғә сығанағы булған, йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙың яҡтыртылыуын һәм юлдағы һыҙаттарҙың сифатын билдәләй.
– Беҙ “Емерек юлдар картаһы” проектына ингән юлдарҙың сифатын тикшерәбеҙ, – тине Дәүләт Думаһы депутаты, “ОНФ юл инспекцияһы”ның координаторы Александр Васильев. – Уны тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса халыҡ үҙе билдәләй. Рәсәйҙә уға бөтәһе 42 меңдән ашыу адрес ингән. Ә Башҡортостанда – 820 участка. Шуның 252-һе – Өфөлә. Әйткәндәй, күпселек халыҡ зарланған иң насар 10 урын ремонтланған. Беҙ Башҡортостанға 2015, 2017 йылдарҙа килгәйнек. Әгәр бынан дүрт йыл элек Өфө Рәсәйҙә юлдарҙың сифаты буйынса 85-се урында булһа, 2017 йылда 15-се урынға күтәрелде. Шулай ҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡала бирә. Һыҙаттар тейешенсә түгел. Ҡала ситтәре, шәхси торлаҡ һалынған урындар әле һаман иғтибарҙан ситтә ҡала.
Был көндә белгестәр тәүҙә Революция урамына килде. Ике аҙна элек бында яңы һыҙаттар һалынған – шуның сифатын аныҡлау маҡсатынан. Бына инспекторҙар, ҡулға ретрорефлекторын алып, юл һыҙаттарын тикшерә башланы.
– Прибор юлдағы билдәләрҙең тейешле талапҡа тулыһынса яуап бирмәүен күрһәтә, – тине аҙаҡ инспектор, барыбыҙға ла ҡарап. – Тимәк, тәүлектең ҡараңғы мәлендә ул тулыһынса күренмәй. Моғайын, буяуҙы күберәк һалғандарҙыр. Шул сәбәпле яҡтылыҡты күрһәткән шарҙар уның эсендә “батып” ҡалған.
Унан һуң юлыбыҙҙы 8 Март урамына ҡарай дауам итәбеҙ. Был участка ремонт планына ингән һәм тиҙҙән бында ла яңы япма барлыҡҡа киләсәк. Уны иғтибар менән ҡарағас, белгестәр үҙ иҫкәрмәһен белдерҙе.
– Соҡорҙарҙы ямағанға тиклем юлдан машиналар йөрөргә тейеш түгел, – тине улар.
Ҡыҫҡа ғына рейд тамам. Һуңынан Александр Васильев фекерен белдерҙе.
– Бөгөн беҙ Өфөлә юлдарҙың яҡшыра барыуына шаһит булдыҡ, – тине ул. – Элек насар юлдарға ҡаршы көрәш алып барһаҡ, хәҙер һүҙ хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар хаҡында бара. Ике аҙна элек һалынған юл билдәләре нормативтарға яуап биреп бөтмәй. Заказсы булған ҡала хакимиәтенә асфальттың ғына түгел, ә юлдарҙың сифаты хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙҙең инспекция юл эштәрен ойошторғанда кәмселектәрҙе генә түгел, ремонт барышын һәм уны ҡабул итеүҙе лә күҙәтә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, барлыҡ ремонт эштәре теүәлләнгәс, билдәләр һыҙыласағын һәм 1 июлгә тиклем ул ҡалалағы юлдарҙың 25 процентын тәшкил итәсәген белдерҙе.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: