Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2019, 11:21

Башҡортостанда балалар баҡсаларына сират асыҡтан-асыҡ күренә

Башҡортостанда «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына берҙәм республика сираты» асыҡтан-асыҡ күренә. Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер https://edu-rb.ru электрон сират сайты барыһына ла асыҡ.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Башҡортостанда «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына берҙәм республика сираты» асыҡтан-асыҡ күренә. Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер https://edu-rb.ru электрон сират сайты барыһына ла асыҡ.


19 июндән үк ата-әсә, сайтҡа ингәс, сабыйҙы балалар баҡсаһына ҡабул итеү тураһында ғаризаның статусын ҡарау мөмкинлегенә эйә. Уны мәғариф бүлеге, дәүләт хеҙмәттәре йәки электрон сират аша бирергә була. Юллама бүленһә, баланың ниндәй мәктәпкәсә ойошмаға һәм төркөмгә йөрөйәсәген белергә мөмкин. Хәҙер сайтта ошо балалар баҡсаһы, район мәғариф бүлектәренең бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәре, шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү сәғәттәре күрһәтелә. 152-се Федераль законға ярашлы, баланың исем-шәрифенең баш хәрефтәре генә яҙыла. Мәҫәлән, Иванов Иван Иванович — И.И.И. Ғаризаны уны тапшырған көн буйынса эҙләү зарур.


«Элек сайтта ғариза биреүселәрҙең сират номеры ғына күренә ине. Хәҙер сиратта торорға һәм башҡа юлдар менән мәғлүмәт алырға кәрәкмәй. Күрһәтелгән номерҙар буйынса белгестәргә һәм консультацияға яҙылырға була», — тип һөйләне системаны эшләүсенең вәкиле Сергей Титов.


Бынан тыш, ғаилә күсенгән осраҡта баланы яңынан сиратҡа ҡуйыу талап ителмәй. Алдан яҙылған ғариза уның менән бергә күсенә һәм электрон сиратта үҙ ваҡытына ярашлы урынды биләй. Бының өсөн ғариза менән район мәғариф бүлегенә йәки дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Әле Башҡортостанда 88 мең сабый балалар баҡсаһына юллама алыуға сиратта тора, шуларҙан 3 йәшкә тиклемге 2 678 бала урын менән тәьмин ителмәгән. 2021 йылға республика властары ошо йәш төркөмөндәге кескәйҙәрҙе урындар менән 100% тәьмин итергә ниәтләй. Төбәктең 16 муниципаль районында, шул иҫәптән Өфөлә ошо мәсьәләне йырып сығыуға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала.