Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июнь 2019, 11:13

Владимир Путин, бәлки, үтә мөһим, тип, тап һеҙҙекен айырып һалып ҡуйғандыр

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин "тура линия" буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ил башлығы был сараға бик етди ҡарай һәм эфир булырҙан бер нисә көн алда ныҡлап әҙерләнә башлай.#ВладимирПутин

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин "тура линия" буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ил башлығы был сараға бик етди ҡарай һәм эфир булырҙан бер нисә көн алда ныҡлап әҙерләнә башлай.


Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, төбәк властары эфирға килгән ялыуҙар буйынса эш башлаған да инде.


Һорауҙарҙы ҡабул итеүсе операторҙар ал-ял белмәйенсә эшләй. Мөрәжәғәттәр миллиондан ашҡан инде.


Нимәһе иғтибарға лайыҡ: кеше видеоәңгәмә формаһын һайлай. Операторҙы үҙ күҙе менән күргеһе, үтенесенең ысынлап та барып етеүен, үҙен ишетеүҙәрен теләй.


Иң таралған темалар: пенсия, ЖКХ, медицина, һалым, белем биреү (алыу).


Президент һеҙҙең һорауға яуап биреп өлгөрмәһә лә, борсолмағыҙ, бәлки, ул (мөрәжәғәтегеҙ) күптән айырым өйөмгә һалынғандыр ҙа хәл ителәһе эштәр иҫәбендә алда торалыр.


Эфирҙы ҡарарға онотмағыҙ. Беләйек, башҡа төбәктәрҙә ниндәй проблемалар бар икәнен.