Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июнь 2019, 11:29

Инвестор нимә теләй?

Яҡын йылдарҙа инвестор Ишембай районында күмәк ял итеү зонаһы ойошторорға һәм спорт-мәҙәниәт комплексы төҙөргә планлаштыра.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Яҡын йылдарҙа инвестор Ишембай районында күмәк ял итеү зонаһы ойошторорға һәм спорт-мәҙәниәт комплексы төҙөргә планлаштыра.


Был мәсьәлә буйынса “Инвестиция сәғәте”ндә республика етәксеһе Радий Хәбиров менән фекер алышыу булды.


Беренсе этапта Ишембай ҡалаһындағы Тәйрүк күле эргәһендәге парк, пляж зонаһын төҙөкләндереү ҡарала. Икенсеһендә – ҡаланың саңғы базаһы биләмәһендә тау-саңғы һәм биатлон трассалары, өсөнсө этапта “Күк-Ҡарауыҡ” туристик ауылы, “Патриот” хәрби-патриотик лагеры төҙөү планлаштырыла.


“Тәйрүк” йәмғиәте проектҡа 1,3 миллиард һум йүнәлтергә уйлай. Компания сит ил сәйәхәтселәре өсөн туристик путевкалар ойошторорға вәғәҙә итә. Мәскәү партнерҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыла.


“Тәйрүк” Ишембайҙа 2017 йылда теркәлгән, микропредприятие булып тора.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров беренсе этаптың проектын хупланы.

Читайте нас: