Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июнь 2019, 11:32

“Экология” милли проектына мәғлүмәти яҡтан булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған махсус автономиялы ойошмаларға федераль субсидия биреү ҡағиҙәләре билдәләнде.

“Экология” милли проектына мәғлүмәти яҡтан булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған махсус автономиялы ойошмаларға федераль субсидия биреү ҡағиҙәләре билдәләнде. Субсидияларҙы шулай уҡ ошо эштәргә бүлеү ҡаралған: * экологик белем биреүгә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, милли проект тематикаһына йүнәлтелгән саралар ойоштороу һәм үткәреү, * халыҡ өсөн экологик белем биреүгә йүнәлтелгән полиграфик баҫма сығарыу, * киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат турҙары ойоштороу һәм үткәреү, * Рәсәй субъекттарында үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең эксперттары ҡатнашлығында эшлекле саралар уҙғарыу, * халыҡҡа экологик тәрбиә биреү маҡсатында видеоматериалдар булдырып, уларҙы киң мәғлүмәт сараларына урынлаштырыуҙы тәьмин итеү, * милли проект тематикаһы буйынса мәғлүмәт материалдары әҙерләп, уларҙы Интернетта киң таратыу. Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин быйылғы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында: “Экологик хәл бөтөн кешелектең социаль-иҡтисади именлегенә туранан-тура хәүеф менән янай. Климат менән экология донъяуи үҫештең объектив факторына әйләнде”, – тине. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Экология” милли проектына мәғлүмәти яҡтан булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған махсус автономиялы ойошмаларға федераль субсидия биреү ҡағиҙәләре билдәләнде.


Субсидияларҙы шулай уҡ ошо эштәргә бүлеү ҡаралған:


* экологик белем биреүгә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, милли проект тематикаһына йүнәлтелгән саралар ойоштороу һәм үткәреү,


* халыҡ өсөн экологик белем биреүгә йүнәлтелгән полиграфик баҫма сығарыу,


* киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат турҙары ойоштороу һәм үткәреү,


* Рәсәй субъекттарында үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең эксперттары ҡатнашлығында эшлекле саралар уҙғарыу,


* халыҡҡа экологик тәрбиә биреү маҡсатында видеоматериалдар булдырып, уларҙы киң мәғлүмәт сараларына урынлаштырыуҙы тәьмин итеү,


* милли проект тематикаһы буйынса мәғлүмәт материалдары әҙерләп, уларҙы Интернетта киң таратыу.


Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин быйылғы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында: “Экологик хәл бөтөн кешелектең социаль-иҡтисади именлегенә туранан-тура хәүеф менән янай. Климат менән экология донъяуи үҫештең объектив факторына әйләнде”, – тине.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан