Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь 2019, 11:10

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ҡабаттан рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн ҙур штрафты күҙ уңында тотҡан төҙәтмәләр индерелде.

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ҡабаттан рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн ҙур штрафты күҙ уңында тотҡан төҙәтмәләр индерелде. Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған закон Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 7.19-сы статьяһына яңы бүлек индерә. Төҙәтмәләргә ярашлы, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ҡабаттан рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн «граждандарға — 15-30 мең һумға, вазифалы кешеләргә 80-200 мең һумға тиклем штраф йәки икенән алып өс йылғаса квалификацияһын алыу ҡаралған; юридик берәмектәргә — 200-300 мең һум». Әммә яңы бүлек нефть, газ һәм нефть продукттары үткәргестәренә рөхсәтһеҙ тоташтырыу осраҡтарына ҡағылмай, тиелә документта. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә. Селтәрҙәргә рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн беренсе тапҡыр физик берәмектәргә — 10-15 мең, вазифалы кешеләргә — 30-80 мең, юридик берәмектәргә 100-200 мең һум штраф һалына. #ВладимирПутин

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ҡабаттан рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн ҙур штрафты күҙ уңында тотҡан төҙәтмәләр индерелде.


Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған закон Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 7.19-сы статьяһына яңы бүлек индерә. Төҙәтмәләргә ярашлы, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ҡабаттан рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн «граждандарға — 15-30 мең һумға, вазифалы кешеләргә 80-200 мең һумға тиклем штраф йәки икенән алып өс йылғаса квалификацияһын алыу ҡаралған; юридик берәмектәргә — 200-300 мең һум».


Әммә яңы бүлек нефть, газ һәм нефть продукттары үткәргестәренә рөхсәтһеҙ тоташтырыу осраҡтарына ҡағылмай, тиелә документта. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.


Селтәрҙәргә рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн беренсе тапҡыр физик берәмектәргә — 10-15 мең, вазифалы кешеләргә — 30-80 мең, юридик берәмектәргә 100-200 мең һум штраф һалына.


#ВладимирПутин