Рәсәй менән Ҡытай ядро державаларын “һалҡын һуғыш”тан баш тартырға саҡырҙы.
Берҙәм белдереүгә Владимир Путин һәм Си Цзиньпиндың һөйләшеүе һөҙөмтәһе буйынса ҡул ҡуйылды.
Дәүләт етәкселәре иҫәпләүенсә, әле халыҡ-ара хәүефһеҙлек етди ҡаршылыҡтарға осрап тора. “Ошоға бәйле стратегик өлкәлә үҙ-ара ышанысты, хеҙмәттәшлекте нығытыу, глобаль һәм төбәк тотороҡлолоғон ныҡышмал һаҡлау мөһим”, – тигән фекерҙә Рәсәй һәм Ҡытай лидерҙары.
Уларҙың һүҙҙәренсә, хәүеф бар икән, уны диалог, консультация үткәреү юлы менән бөтөрөргә тырышырға, аңлашылмаусанлыҡтан, яңылыш ҡарарҙарҙан һаҡ булырға кәрәк.