Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2019, 11:15

Владимир Путин федераль законға ҡул ҡуйҙы

Дәүләт етәксеһе Енәйәт эштәре буйынса берҙәм хоҡуҡи ярҙам тураһында Европа конвенцияһына икенсе өҫтәмә протоколды ратификациялау тураһында Федераль законға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Дәүләт етәксеһе Енәйәт эштәре буйынса берҙәм хоҡуҡи ярҙам тураһында Европа конвенцияһына икенсе өҫтәмә протоколды ратификациялау тураһында Федераль законға ҡул ҡуйҙы.


Протокол конвенция положениеларының бер нисәһен яңыртырға тәҡдим итә. Мәҫәлән, хоҡуҡи ярҙам тураһында запрос ебәреүгә нигеҙ биргән хәлдәр исемлеге киңәйтелгән, енәйәт эштәре буйынса берҙәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү процедуралары ябайлаштырылған, тиҙләтелгән.


Рәсәй протоколдың бер нисә статьяһын ҡабул итмәү хоҡуғын үҙендә ҡалдыра. Сәбәбе: ил ҡануниәте буйынса процессуаль документтарҙы, суд ҡарарҙарын сит илдәге кешеләргә почта аша ебәреү мөмкинлеге юҡ. Шулай уҡ ваҡытта, протоколда билдәләнгәнсә, Рәсәй факс, электрон почта йәки башҡа элемтә төрҙәре буйынса алынған запростарға иғтибар бирергә тейеш.


Читайте нас: