Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май 2019, 11:35

Владимир Путин пенсияны иҫәпләү буйынса яңы тәҡдим индерҙе

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ҡаҙағстанда Евразия иҡтисади берлегенең ултырышына йыйылдылар. Ул сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин да сығыш яһаны. Һәм пенсия тәғәйенләүгә бәйле бер тәҡдимен дә әйтте. #ВладимирПутин

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ҡаҙағстанда Евразия иҡтисади берлегенең ултырышына йыйылдылар. Ул сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин да сығыш яһаны. Һәм пенсия тәғәйенләүгә бәйле бер тәҡдимен дә әйтте.


Шәп тәҡдим кеүек күренә. Пенсияға сығыу йәше еткәс, уның күләмен иҫәпләгәндә, кешенең ЕАЭС биләмәһендә эшләгән бөтә хеҙмәт стажы ла күҙ уңында тотолорға тейеш. Был әллә ни беҙҙекеләргә ҡағылмаҫ та ул, сөнки Рәсәй халҡы күбеһенсә ил эсендә күсеп йөрөп эшләй. Шулай ҙа белгестәребеҙ Ҡаҙағстанда ла, Белоруссияла ла, Евразия иҡтисади берлегенең башҡа дәүләттәрендә лә бар.


«Отмечу подготовку в Евразийской комиссии соглашения, которое даст возможность при начислении пенсий учитывать стаж за весь период трудовой деятельности на территории всех государств союза. Думаю, что для конкретного гражданина, для простого человека, который всю жизнь работал, это имеет очень важное значение», — тигән Президент Путин. Иң мөһиме, хеҙмәт стажын раҫлаған документтары булһын.