Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Май 2019, 12:03

Өфөлә бәһлеүән Эльбрус Ниғмәтуллин 16 тонналыҡ сүп-сар ташыу машинаһын урынынан күсерҙе

Билдәле спортсы, транспортты һөйрәү буйынса күп тапҡыр Рәсәй рекордсмены Эльбрус Ниғмәтуллин 16 тонналыҡ сүп-сар ташыу машинаһын урынынан күсерҙе.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#ВладимирПутин

Өфөлә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторҙарының халыҡ-ара съезында донъя рекорды ҡуйылды.


Билдәле спортсы, транспортты һөйрәү буйынса күп тапҡыр Рәсәй рекордсмены Эльбрус Ниғмәтуллин 16 тонналыҡ сүп-сар ташыу машинаһын урынынан күсерҙе.


Бер йыл элек ул Түбәнге Новгородта төбәк операторҙарының II съезында 15 тонналыҡ сүп-сар ташыу машинаһын урынынан ҡуҙғатты.


Был юлы «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөткән бәһлеүән һөйрәүҙә икенсе техниканы файҙаланды. Ул махсус беркетелгән терәгескә ултырып, автомобилгә бәйләп ҡуйылған арҡанды тартты.


Ойоштороусылар фекеренсә, әлеге акция «сүп-сар» тармағына үҙгәрештәр индереүҙең ни тиклем ауыр булыуын символлаштыра.


#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;

#ВладимирПутин
Читайте нас в